Ул Һамарҙа урыҫ шашкаһы буйынса үткән «Волга таңдары – 2019» Бөтә Рәсәй ярыштарында – «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Алексей Рабинович мемориалы»нда ҡатнашҡайны, 2011 йылғы һәм йәшерәк малайҙар араһында иң-иңе булып танылды.
Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәптә уҡыусы малай өҫтәл уйындары менән өс йәшенән үк ҡыҙыҡһына башлай. Һуңынан ул балалар ижады үҙәгендә шашка түңәрәгендә шөғөлләнә. Тәүге ҙур еңеүе Ишембайҙа уҙған шашка беренселегендә була. Данир Башҡортостан чемпионы исемен яулай һәм республикабыҙҙың йыйылма командаһына индерелә.