I «А» синыф уҡыусылары бер ҙә һынатмай икән. Бигерәк өлгөрҙәр. Дәрестә үткән һәр теманы йәһәт кенә үҙләштерә һалып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә лә тартынмайҙар. Бөгөн тәбиғәтте өйрәнеү дәресендә «Йәнлектәр һәм ҡоштар» темаһын үттеләр. Синыфҡа яңы тема ныҡ оҡшаны, гөж килеп һорауҙарын яуҙырҙылар ғына.
– Дөйәғош тураһында телевизорҙан ҡараным, хәтәр ҡыҙыҡ, – ти Алмаз Рәхимов.
– Ә мин, беләһегеҙме, Игенйылғаны барып күрҙем. Унда дөйәғош бар, – тип һүҙгә ҡушылды Замир Юлмөхәмәтов.
– Эх, шуларҙы барып күрһәң ине? – тигән тауыш та ишетелеп ҡалды.
– Балалар, ошо дөйәғошто күреү мөмкинлеге беҙ ҙә лә бар бит ул. Әйҙәгеҙ, бер көндө барып ҡайтайыҡ һуң, – тине уҡытыусылары Гөлшат Әкрәм ҡыҙы.
Күп тә үтмәй, беренселәр синыф етәксеһе һәм гимназияның китапханасыһы Олеся Муллагилдина менән Игенйылға ауылының страус фермаһына сәйәхәткә юлланды. Был көндө балалар беренсе тапҡыр бергәләшеп ял итергә сыҡҡайны. Автобус эсе барғанда ла, ҡайтҡанда ла гөрләп торҙо. Күңелле йырҙар йырлап, бер-береһе менән ярыша-ярыша шиғыр һөйләп, дәртләнешеп йөрөп ҡайттылар. Күп кенә ҡоштарҙы, хайуандарҙы тәүгә күреп, хайран ҡалдылар. Уларға айырыуса дөйәғош, дөйә, болан, бурһыҡ оҡшаны. Сәйәхәттең күңелле булыуы балаларҙың йөҙөндә сағыла ине. Барыһы ла бик ҡәнәғәт йылмайышып өйҙәренә таралышты.
– Ошондай ҡыҙыҡлы һәм файҙалы экскурсия ойошторорға ярҙам иткәне өсөн гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға һәм беҙҙе матур итеп йөрөтөп алып ҡайтҡан автобус водителе Василий Комаров ағайыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,– ти беренселәрҙең синыф етәксеһе Гөлшат Вәлиева.
Кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡлы һәм мөғжизәле сәйәхәттәре күп булыр әле. Улар өсөн мәктәп тормошо саҡ башлана ғына. Бала-сағаларыбыҙ һау, донъяларыбыҙ һәм күк йөҙөбөҙ имен булһын!