XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр конкурсында ла быны билдәләп үттеләр. Унда Марат булып уйнаған Йософ Рәхмәтов «Икенсе пландағы иң яҡшы балалар роле» номинацияһында диплом менән бүләкләнде.
– Миңә фильмда төшөү ныҡ оҡшаны. Бигерәк тә Йәмилдәрҙең тәҙрәһенә ҡар бәреп, уны уйнарға саҡырған дубль. Тағы малайҙар менән күмәкләшеп машина артынан йүгереү бик ҡыҙыҡ булды. Фильмды төшөргән ваҡытта күп дуҫтар таптым, бергәләп рәхәтләнеп уйнаныҡ, – ти ул.
Йософ Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында III синыфта уҡый. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең йыр һәм ҡурай синыфтарында ла шөғөлләнә. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең футбол секцияһына йөрөй. Шахмат уйнау менән мауыға. Бына шундай бик өлгөр малай ул, бер минут та тик тормай.
Кино сәнғәтендә тәүге аҙымдарын яһаған был һөйкөмлө йәш актёрҙың исемен киләсәктә лә ишетербеҙ әле. Уға уҡыуында ла, сәнғәт, спорт буйынса ла уңыштар теләйек.