-28 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Ноябрь 2019, 12:57
Һаумы, һаумы, әкиәт!
Балалар баҡсаһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса бәйге ойошторолдо. Һүҙ маһирлығына, оҫталыҡҡа, сәсән теллелеккә арналған конкурс ике этаптан торҙо. Кескәйҙәр башта үҙ төркөмдәрендә әкиәт һөйләү буйынса көс һынашһа, иң-иңдәре бөгөнгө бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Йәш әкиәтселәребеҙҙең һәр сығышын талапсан жюри ағзалары ике йүнәлештә баһаланы. Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була, әлбиттә. Кемдәр улар, тиһегеҙме? Башҡорт төркөмдәре араһында Гран-приға Динислам Ҡадиров («Аҡбуҙат» мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе – А. Байсурина) лайыҡ булды. Беренсе урында – Йәмилә Йәрмөхәмәтова («Аҡбуҙат» мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе – А. Ҡоҙабаева), II урында – Зарина Ҡоҙабаева («Тирмәкәй» II кескәйҙәр төркөмө, етәксеһе – З. Торомтаева), III урында – Мәрйәм Ишемғолова («Аҡбуҙат» мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе – А. Байсурина). Урыҫ төркөмдәре араһында Гөлмирә Бикбова («Ҡыҙыҡһыныусандар» мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе – Ә. Баймырҙина) Гран-при хужаһы булды. I урында – Камилла Баймырҙина («Ал елкәндәр» өлкәндәр төркөмө, етәксеһе – С. Ултыраҡова), II урында – Милена Ишемғолова («Ҡурайҡай» уртансылар төркөмө, етәксеһе – А. Булатова), III урында – Ильяс Сурин («Сулпылар» уртансылар төркөмө, етәксеһе – В. Байсурина). Улар барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде.
Тәрбиәүи йәһәттән әйтеп бөткөһөҙ көскә эйә булған әкиәттәрҙе өйрәнеүсе, һөйләүсе кескәйҙәребеҙ булғанда, ата-бабаларыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәре мәңге йәшәр, ә унан һут алып үҫкән йәш быуындың күңел шишмәләре ҡоромаҫ, уларҙан халҡыбыҙҙың рух нурҙары урғылыр әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән