Ишембай районы Биксән мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлнара Мөхтәр ҡыҙы Иҫәнбаева үҙенең уҡыусылары – дүртенсенән Аделина һәм уның һеңлеһе, икенсенән Айгөл Ҡыҙрасовалар тураһында ғорурланып һөйләне. Улар ғаиләләре менән Төмән өлкәһенең Түбәнге Варта ҡалаһынан күсеп ҡайтҡан ваҡытта урыҫса ғына һөйләшкән. Хәҙер туған телдәрендә бик матур аралашалар. Аделина «бишле»гә генә уҡый. Математиканан да шәп, диктант, иншаларҙы ла һәйбәт яҙа. Ауылдың мәҙәниәт йортондағы бейеү түңәрәгенә йөрөй, коллективтары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Айгөл дә апаһынан өлгө алып, унан бер ҙә ҡалышмай. Әле Әсә көнөнә арналған кисәлә Фәрештә ролендә шиғыр һөйләгән. Ҡыҙҙар икеһе лә матур йырлай.
Телде байытыу, белемде тәрәнәйтеү өсөн күп уҡырға кәрәк икәнен дә беләләр. Ә Аделина Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабын ҡат-ҡат уҡып сыҡҡан. Өлгө алырлыҡ ҡыҙҙар, шулай бит, дуҫтар?!