-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Декабрь 2019, 00:46

Сысҡан йылында ла уңыштары күп булһын!

Яңы йылдың килеп етеүенә өсөнсөләр ҙә бик шат. Шулай булмай ни, иң матур байрамдарҙың береһе етә бит! Үтеп барған Ҡабан йылы ла бик уңышлы булды.

Синыфтарындағы күп ҡыҙҙар, малайҙар конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Мәҫәлән, Айнур Ҡасимов мәктәптәрендә Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһендә Гран-при алды. Район кимәлендә сығыш яһап та һынатманы, өсөнсө урын бирелде. Күп уҡыусылар ситтән тороп һүрәт төшөрөү бәйгеләрендә уңышҡа иреште. Афариндар ҙа инде.

Уҡыу буйынса алдынғы синыф, тип маҡтай үҙҙәрен директорҙың уҡытыу-тәр­биә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байрамова. Ниндәй генә сара, бәйге уҙғарылмаһын – өсөнсөләр әүҙем ҡатнаша икән.

– Уҡыусыларым бик тырыштар, аҡыллылар. Дүртәүһе гел «бишле»гә уҡый, унау­һы тик «дүртле» һәм «бишле»ләр генә ала. Ҡалғандары ла уларҙы ҡыуып етерҙәр, тип уйлайым, – ти уҡытыусылары Зөлфиә Мөҙәрисова.

Ул синыфтағы һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙар менән дә таныштырып үтте. Айнур Ҡасимов шиғыр һөйләргә, йырларға ярата. Маргарита Смаханова, Инга Ситникова, Гүзәл Ҡанипова, Алина Нуриева, Регина Фәхретдиноваларға ла күҙ генә теймәһен! Бейеүгә лә, һүрәт төшөрөүгә лә бик оҫталар. Синыфта, мәктәптә ойошторолған байрамдарҙа Стас Миляуцкас моңло тауышы менән ҡыуандыра.

Атай-әсәйҙәре лә маҡтауға лайыҡ. Мәктәп тормошо менән бергә ҡайнап йәшәйҙәр, ярҙам ҡулы һуҙалар. Алина Нуриеваның әсәһе балаларға байрамдарҙа сығыш яһарға бейеүҙәр өйрәтә.

– Күңелле йәшәйбеҙ. Әсәйҙәр көнөндә – әсәйҙәрҙе, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә атайҙарҙы саҡырып ҡотлайбыҙ. Яңы йыл байрамы ла матур үтә, – ти уҡытыусылары.

Алдағы көндәрҙә район, республика кимәлендәге конкурстарҙа күберәк ҡатнашып, призлы урындар алырға, ҙурыраҡ эштәр башҡарырға ла теләй өсөнсөләр. Ниәт иткән – мораҙына еткән, тигәндәй, Сысҡан йылында уңыштары тағы ла күберәк булыр әле.

.

Салауат районы, Мөрсәлим мәктәбе.

Читайте нас: