Тирмәкәй
31 Января 2020, 08:56

Ҡоштарға – матур тағараҡтар

Баймаҡ ҡалаһындағы «Миләш» балалар баҡсаһының «Ҡарлуғас» төркөмө атай-әсәй­ҙәр менән бергәләп «Тағараҡ» акцияһы ойошторҙо.

Кескәй­ҙәр ныҡ тырышҡан. Улар эшләп алып килгән тағараҡтарҙан күргәҙмә шундай матур килеп сыҡты. Төрлө-төрлөләре бар ине. Афариндар! Иң матур тағараҡтар ҙа билдәләнде.

Хәҙер кескәйҙәр ҡышын ҡоштарҙың нисек туҡланыуын күҙәтеп кенә тора. Тағараҡтарға ем һалырға онотмайҙар.


З. ҒӘЛИНА.

Читайте нас