-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Февраль 2020, 13:15

Саф һауала саңғы ярышы

Былтыр Ҡыш бабай бүләге итеп Өфөлә йәшәгән Айгиз ағайым саңғылар алып ҡайтты. Шул көндән башлап ғаиләбеҙ менән эргәбеҙҙәге урманға саңғыла йөрөргә сығабыҙ. Дәрестән ҡайтыуға атайым юл һалып ҡуя, рәхмәт инде үҙенә. Беҙ саф һауала, ҡышҡы матурлыҡҡа һоҡланып, рәхәтләнеп саңғы шыуабыҙ.

Ә бер көндө мәктәп коллективы Яланүҙәктә ярыш үткәр­ҙе. Ул «Саңғы юлы – 2020» исеме менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә ойошторолдо. Был ярышҡа ғаиләбеҙ менән сыҡтыҡ. Атайым менән ағайым, игеҙәгем Айназ, әсәйем менән мин ҡатнаштыҡ. Беҙ «Әсәй менән ҡыҙ» номинацияһында өсөнсө урын алдыҡ, ә атайым менән әсәйем үҙҙәренең йәштәштәре араһында беренсе урын яуланы.

Саңғы ярышы төшкә тиклем дауам итте. Көйәрмәндәр бәйге барышын күҙәтте, артта ҡалыусыларҙы дәртләндерҙе. Ә финишҡа алдан килеп етеүселәр әсәйҙәр бешергән тәмлекәстәр, ҡайнар сәй менән һыйлана торҙо.

Мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Моталлапова саңғысыларҙы ҡотлап, спортҡа битараф булмаған уҡыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан баш судья, физкультура уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улы Йортбәков менән еңеүселәрҙе билдәләп, миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырып үттеләр.

Иртәгеһен дәртләнеп, Баймаҡ ҡалаһын­да үткән «Рәсәй саңғы юлы» ярышына барҙыҡ. Атайым менән әсәйем икенсе урын алһа, мин «Иң йәш ҡатнашыусы» номинация­һында билдәләндем.

Ошондай ярыштарҙа ғаилә менән ҡатнашырға яратам, һәр кемгә спорт менән дуҫ йәшәргә кәрәк, тип һанайым.

Алтынай АЗАМАТОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол ауылы.

Читайте нас: