-4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Февраль 2020, 13:07
Тағараҡтарыбыҙ күптән әҙер
Тырыштар, уңғандар, өлгөрҙәр... Мәктәбебеҙҙең беренселәрен маҡтағандан-маҡтағы килә.
Әлеге мәлдә улар атай-әсәйҙәре менән бергәләп ҡанатлы дуҫтарына ярҙам итә. Бигерәк тә Азалиә Хәйбуллина, Эльвина Бикмаева, Илнар Аҡһаров, Радмир Кинйәғоловтар өлгө күрһәтә. Уҡыусыларымдың тағараҡтары тиҙ арала ҡоштарҙың яратҡан «ашхана»ларына әйләнде. Иң ҡыуандырғаны – балалар ҡоштарҙы ашатыу менән бергә уларҙың йәшәйеше, ҡылыҡтары менән дә ҡыҙыҡһына.
Фәнүзә ХӘЛИТОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе.
Читайте нас в