+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
3 Апрель 2020, 18:30
Һау бул, Әлифба!
Беренсе синыфта 4 ҡыҙ һәм 4 малай белем ала. Улар яҙғы каникул алдынан үҙҙәрен уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүсе «Әлифба» китабы менән хушлашты.
Уҡытыусылары Вәсилә Зәбир ҡыҙы Зәйнуллина менән бергәләп бик күп шиғырҙар ятлағандар, тылсымлы әкиәттәр уҡығандар. Кескәйҙәр уларҙы оҫта итеп сәхнәләштереп тә күрһәтте. Байрамда әкиәт геройҙары – Төлкөбикә, Ҡыҙыл Ҡалпаҡ менән бергәләп йомаҡтар систеләр, күңелле уйындар уйнанылар. Әлифбаға рәхмәт әйтеп, йырҙар, бейеүҙәр бүләк иттеләр.
Был байрамда атай-әсәйҙәр ҙә ҡатнашты. Улар балаларға изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр бирҙе. Беренселәр Белем иленең тәүге баҫҡысын ҡыйыу аҙымдар менән уңышлы үтте. Артабан да һынатмаҫтар әле!
Байрам флешмоб менән тамамланды.
Нәркәс ҮТӘҒОЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы, Күсей ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?