+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Апрель 2020, 12:13

Мөғжизә иле – баҡсам

Беҙҙең Шамонин ауылында «Аҡбуҙат» тигән балалар баҡсаһы бар. Унда барғас, һеҙ сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы күрерһегеҙ.

Араларында «Тамсылар» башҡорт төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәр отҡорлоҡтары, шуҡлыҡтары менән айырылып тора. Был тырыш һәм уңған малайҙар һәм ҡыҙҙар йырларға, бейергә, шиғыр ятларға, әкиәттәр сәхнәләштерергә ярата, байрам сараларында әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаһында, район кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә еңеү яулайҙар.

Беҙҙең төркөм тормошонда атай-әсәйҙәр ҙә әүҙем, рухлы балалар тәрбиәләү өсөн күп көс һалалар. Яңыраҡ уңған әсәй-өләсәйҙәр фольклор байрамына балаларға береһенән-береһе сағыу, матур күлдәктәр текте.

Кескәйҙәрҙең өлгөр һәм аҡыллы, уңған һәм тырыш булып үҫеүҙәрен, тыуған ерҙең ҡәҙерен, ололарҙы – оло, кеселәрҙе кесе итә белеүҙәрен теләйбеҙ.

Йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә –

Шаттар улар, шуҡ улар.

Көләс йөҙлө, саф күңелле

Төркөмөбөҙ – «Тамсылар»!


Айгөл ХӨСӘЙЕНОВА, тәрбиәсе.
Өфө районы.

Читайте нас: