Балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Үҙе матур йырлай. Маҡтау ҡағыҙҙары бик күп.
Бәләкәйерәк сағында Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәп алғандар. Унда өс йыл музыка мәктәбендә шөғөлләнгән. Гитарала уйнай. Дзюдо секцияһына, бассейнға ла яратып йөрөгән, ярыштарҙа ҡатнашып, төрлө кимәлдә лауреат дипломдары алған.
Башҡортостанға ҡайтҡас та сәнғәт мәктәбенең вокал бүлегендә уҡый башлаған. Етәксеһе Гөлназ Рәхмәтуллина менән күп сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. «Аҡ күгәрсен» район фольклор-йыр бәйгеһендә иң йәш ҡатнашыусы дипломын алған. Ә «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара, «Бөйөк батырлыҡ йырҙары» интернет конкурстарында – I урын!
«Сулпылар» республика балалар телевизион йыр бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе турға үткән. «Батырым» тигән йырҙы башҡарған икән.
Заманында Мәскәү, Ленинград сәхнәләрендә сығыш яһаған Бөрйәндән Әхмәҙи олатаһына оҡшап, йыр-моң ярата Азалиә. Әсәһе яғынан Наил олатаһы иһә – шәп гармунсы.
Ғаиләләрендә дүрт бала: ике ағаһы һәм бәләкәс һеңлеһе бар. Алһыуҙы бик яратып ҡараша, мунса ла индерешә. Быйыл йәйге каникулын да өләсәләрендә үткәрер инде. Бығаса ике йәй Туапсеға, «Орлёнок» лагерына барып ял иткән. Тик быйыл ҡороғорвирус бөтә пландарҙы боҙа. Ярай, ауылда ла хөрриәт инде. Еләк йыям, тиһәң – урман тулы емеш, һыу инәм, тиһәң – йылғаһы. Күңелле йәйге ял теләйбеҙ һиңә, Азалиә!