+9 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Май 2020, 13:15
Еңеү мөйөшөбөҙ бар
Беҙҙең «Йондоҙло» балалар баҡсаһындағы төркөмдәрҙә Бөйөк Еңеүгә арналған мөйөштәр булдырылды.
Ниндәй генә ҡул эштәре юҡ унда: ҡатырғанан эшләнгән танк, самолёт, хәрби машиналар, төрлө ҙурлыҡтағы һәйкәл һәм таҡтаташ һындары... Бөтә эштәр беҙҙең илгә азатлыҡ килтергән батырҙарға, яугирҙарға бағышланып, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәтебеҙҙе белдереп башҡарылды.
«Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!» тип атала беҙҙең төркөмдөң Еңеү мөйөшө. Ата-әсәләр, балалар ярҙамы менән эшләнгән урын берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Унда батырҙарға арналған һәйкәл, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төрлө сюжетлы һүрәттәр, китаптар, шиғырҙар, йомаҡтар һәм әйтемдәр йыйынтыҡтары, «Һуғыш яланы» өҫтәл уйыны урынлашҡан. Шулай уҡ фронтта ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн Советтар Союзы Геройҙары исемдәренә лайыҡ булған ете райондашыбыҙҙың фотоһүрәттәре лә ҡуйылды.
Резеда МӨХӘМӘТШИНА,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?