+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Июнь 2020, 13:26

Һеңлем приют асырға хыяллана

Мин үҙем тураһында: «Бәхетлемен!» – тип әйтә алам. Сөнки янымда ҡәҙерлеләрем – атай-әсәйем, береһенән-береһе сибәр, уңған өс һеңлем бар. Улар – минең өсөн иң яҡын, иң изге кешеләрем, тормошомдоң йәме, биҙәге. Ә әлеге яҙмамда мин уртансы һеңлем тураһында һөйләп үтмәксемен.

2009 йылдың көҙөндә донъяға килде ул, үҙенә беҙ Мәүсилә тигән исем һайланыҡ. Бәләкәй генә сағынан тыныс холоҡло, аҡыллы һәм тыңлаусан булып үҫте. Быйыл дүртенсе синыфты тамамланы. Ул гел алдынғылар рәтендә. Төрлө конкурс-ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә спорт яғына килгәндә, иң яратҡан уйыным – баскетбол, ти һеңлем.

Ял булһа, бер генә минутҡа ла буш ултырырға яратмай. Һәр саҡ ваҡытын файҙалы үткәрергә тырыша. Әсәйемдең уң ҡулы, атайымдың ҙур ярҙамсыһы. Һеңлемә 10 йәш кенә булһа ла, ҡунаҡтарға табын әҙерләшеүҙә ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Ул бешергән баллы торт һәм шоколадлы печеньены ашаһағыҙ, телегеҙҙе йоторһоғоҙ!

Ә шулай ҙа иң күп ваҡыты инде уның йортобоҙҙа көткән ҡуяндар эргәһендә үтә. Интернеттан бик күп мәғлүмәттәр йыя һәм шулар буйынса уларҙы тәрбиәләй. Һөнәрҙәре бик күп һеңлемдең: бик оҫта итеп һүрәт төшөрә, матур әйберҙәр тегергә ярата, гимнастика менән мауыға.

Киләсәккә лә ҙур пландар менән йәшәй Мәүсилә һеңлем: ветеринар булмаҡсы. Сөнки ул хайуандарҙы тәрбиәләргә, уларҙы ҡарарға һәм дауаларға ярата. Берәҙәк эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе ныҡ йәлләй, ҙур үҫкәс, улар өсөн приют булдырасаҡмын, ти.

«Булыр бала биләүҙән», – ти халыҡ. Беҙ һиңә ышанабыҙ, Мәүсилә! Киләсәк хыялдарың тормошҡа ашып, илебеҙ өсөн кәрәкле кеше булырға яҙһын үҙенә.


Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: