Коронавирус арҡаһында быйыл һуңлабыраҡ ҡайтты ул ауылға. Көндәр әле эҫе тора. Һаҡмар йылғаһында ейәнсәре менән ейәне рәхәтләнә генә! Бер көндө Камилдың атаһы балыҡҡа ла алып барған үҙҙәрен. Тотҡандар, өләсәйҙәре ҡурып ашатҡан. Тәмле булған.
Ә Камил торғаны футболсы инде. Тубы гел эргәһендә тиерлек. Үҙҙәрендәге ЦСКА футбол мәктәбенә йөрөй. Әле бына өләсәһе янына бәләкәй футбол ҡапҡаһын да алып килгән. Ҡалалағы 130-сы лицейҙың II синыфына күскән. Бик зирәк малай күренә. Уҡырға ла ете йәше тулмайынса барған бит.
– Футбол йондоҙҙарынан кемде беләһең? – тип ҡыҙыҡһындыҡ унан.
– Лионель Месси, Криштиану Роналду, Неймар, Луис Суарес, Златан Ибраһимович...
Теҙеп алып китте Камил. Донъялағы әллә күпме танылған футболсыларҙы белә. Һоҡландырҙы!
Екатеринбургта икенсе мөхиттә йәшәй, үҫә Настя менән Камил. Унда бөтәһе лә урыҫса ғына һөйләшә, аралаша. Ә бында, ауылда, бөтөнләй башҡасараҡ. Шуныһы шәп: улар һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, рәхәтләнеп ял итеп кенә ҡалмай, башҡортса һөйләшкән туғандарын белеп, күреп тә ҡайта инде.