+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Июль 2020, 17:07

«Атта һыбай йөрөргә өйрәндем»

Шулай тип һөйләй быйыл I синыфты тамамлаған Ирхан Таһиров. Ул – Баймаҡ районының Аҡморон мәктәбе уҡыусыһы. Ҡалай маладис! Бәләкәймен, тип тормай әле олатаһының йылҡы көтөүен көтөшкән.


Ирхан – үҙе бәләкәйҙән ағай-олатайҙарына ылы­ғып ҡына барыусы һөйкөмлө бала. Һәр нәмәгә иғтибарлы, тиҙ генә отоп алырға тырыша. Ата-әсәһе эштә булғанда йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡ ул. Ҡайһы ваҡыт атаһы онотоп ҡалдырған эш ҡоралдарын йәһәт кенә алып инеп, урынына һалып ҡуя. Быйыл Әғзәм олатаһының Саптар исемле атында һыбай йөрөргә өйрәнеп алды. Олатаһы шаяр­тып: «Үҙегеҙҙең дә аттарығыҙ бар, һыбай йөрөргә өйрән дә миңә лә йылҡы көтөргә ярҙам итерһең», – тигән булған. Тырыш малай йәһәт кенә өйрәнеп тә алған. Саптар аҡыллы булһа ла, башта Ирханды балаға һанапмы, киреләнгән, тыңлашмаған. Мал йәнле олатаһы тиҙ генә яйға һалған аттың холҡон. Ана, хәҙер елдерә генә.

– Саптар ҡапыл сабып киткәс, тәүҙә ныҡ ҡурҡтым. Көнө лә бит эҫе. Уға ла еңел түгел, ныҡ тирләй. Тағы ла себен, күгәүендәр йонсота.

Мин хәҙер күп нәмәгә төшөндөм: атта оҙаҡ сап­ҡандан һуң тирләгән хай­уанҡайға һыу бирһәң – яныуы, ә шунда уҡ эйәрен сис­һәң, ел үтеүе мөмкин икән.

Саптар – бик аҡыллы ат, үҙен яраттыра белә. Олатайымдың күҙ-ҡарашынан, тын алышынан аңлап тора, – тип һөйләй малай.

Июнь айында олатаһы йомошо менән Өфөгә юл­ланғас, Ирханды ла үҙе менән ала. Коронавирус хәүефе булыу сәбәпле, артыҡ кәрәкмәгән ерҙәргә йөрөтмәҫкә тырыша. Ирхан быға әллә ни күңелһеҙләнмәгән. Сөнки олатаһы менән оҙон юлда бергә һөйләшеп барыуы үҙе бер ҡыуаныс булған. Ҡайтҡас инде, юлда үткән район, ауылдарҙың исемдәрен теҙеп һөйләп, атаһын аптыратҡан. Тағы ла тамаҡ ялғарға туҡтаған кафе оҡшаған Ирханға. Олатаһы туйғансы шашлыҡ, туңдырма менән һыйлаған. Белореттың матур тәбиғәтендә иҫтәлеккә фотоға ла төшкәндәр.

Ауыл балаһының ошолай эшкә өйрәнеп, сынығып үҫеүе, үҙе өсөн дә бик файҙалы.

Афарин, Ирхан! Шулай аҡыллы, ярҙамсыл, отҡор бул, йәме!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Читайте нас: