+25 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Июль 2020, 17:25
Ямғыр апай, яу, яу!
«Ямғыр теләү» – электән һаҡланып килгән башҡорт йолаларының береһе. Ҡоролоҡ башланһа, халыҡ йылға буйына йыйылып, Аллаhы Тәғәләнән ямғыр hораған. Өлкәндәр аят, сүрәләр уҡыған, теләк теләгәндәр. Аҙағынан суйынды түңкәреп, ҡомға күмеп ҡуйғандар.
Беҙҙә лә халыҡ йолаларын онотмай. Яңыраҡ Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре «Ямғыр теләү» йолаһын сәхнәләштерҙе.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар ихлас күңелдән ямғыр һорап, бергә «Ихлас» сүрәhен уҡынылар. Ибраhим исемле тәрбиәләнеүсебеҙ «Фатиха» сүрәhен яттан уҡып ишеттерҙе. Балалар ямғыр теләп, суйынды ҡомға күмеп ҡуйғандан һуң, башҡорт халыҡ уйыны «Йәшерәм яулыҡ»ты уйнап алдылар.
Балаларса ихласлыҡ менән ямғыр көтөп, бөтәһе лә күтәренке кәйефтә төркөмдәренә таралыштылар.
Роза ТЕЛӘҮҒОЛОВА,
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән