-21 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Август 2020, 14:05
Бөрйәндә ял иткәндәр
Айгүзәл ЙӘРМӨХӘМӘТОВА исемле тырыш ҡыҙыбыҙ III синыфты гел «бишле» билдәләренә тамамлағайны. Мәктәп, район, хатта Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Районда башҡорт теле буйынса үткәрелгән «Ҡолонсаҡ» исемле дистанцион олимпиадала еңеүсе булды.
Ҡыҙыл йылғаһының һыуын тикшереп, ҙур эҙләнеү эше башҡарҙы. Был хеҙмәте менән район буйынса «Йәш эҙәрмән» ғилми-тикшеренеү проектында ҡатнашты һәм «Иң яҡшы тикшеренеү эше» номинацияһында еңеү яуланы.
Айгүзәл мәктәптәге «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенә йөрөй. «Беҙ – һинең балаларың, Башҡортостан!» тигән эше «Беҙҙең менән һүрәт төшөр» исемле Рәсәй кимәлендәге ижади конкурста II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Каникулды нисек үткәреүе менән ҡыҙыҡһынғас:
Көндәр эҫе булды. Өләсәй Ағиҙелгә һыу инергә алып барҙы. Йылға бик йылы ине, һыуҙан сыҡҡы ла килмәне. Яҡыныбыҙ беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйланы. Миңә унда ныҡ оҡшаны. Алла бирһә, киләһе йылда ла барырбыҙ әле, – тип һөйләне ул.
Айгүзәлдең һеңлеһе Гөлфинә лә йәйҙе Бөрйәндә үткәргән. Улар икәүләшеп бик яҡшы ял иткәндәр, яңы уҡыу йылына көс туплап ҡайтҡандар.
Нәрисә УЙЫЛДАНОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы,
Рауил мәктәбе.
Читайте нас в