+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Август 2020, 14:23

Башҡорт гимназияһында уҡыясаҡ

Был бәләкәй генә ҡыҙ «Бәйләнештә» селтәрендәге видеояҙмаһы менән һоҡландыр­ғайны. Унда әле уҡырға ла төшмәгән Зөһрә Хәсәнова Мәүлит Кәримовтың Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Атайыма» ти­гән шиғырын шундай килештереп, тасуири итеп һөйләй. Ҡулында – ҡарт олатаһы­ның наградалары тағылған туҡыма, үҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы, әрмелә хеҙмәт иткән атаһы фотолары ҡуйылған стенд янында тора.



Зөһрәнең йәйе лә бик күңелле үткән. Ата-әсәһе менән бер түгел, ике тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә бар­ғандар. Һыуыҡ, тип тормай, Зәңгәркүлдә һыу ингән. Ағиҙел буйлап һалда ла аҡҡандар. Бөрйәндә олатайҙары менән бергә бесәнгә лә йөрөгән. Ҙур апай бит инде ул хәҙер. Бәләкәй ҡус­тыһы Динирға ла күҙ-ҡолаҡ булып тора, һауыт-һаба, иҙән йыуышырға ла эшкингән.

Ә беренсе синыфҡа Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына барасаҡ. 50-гә тиклем һанай, ҡушып уҡый белә. Тиҙерәк мәктәпкә барғыһы, күп нәмәгә өйрәнгеһе килә. Тик донъялағы ҡороғорвирус менән бәйле хәлдәр генә эсте бошора, кескәйҙәргә рәхәтләнеп мәктәптә уҡырға насип булһын инде.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Читайте нас: