-6 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Август 2020, 14:15
Дүсәндәр ҙә мәктәпте һағынған
– 1 сентябрь еткәнен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Уҡыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә мәктәптә уҡыуҙы һағындыҡ, – ти Дүсән башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлдәр Хисмәтова. – Белем усағын әҙерләнек. Тирә-яғын да атай-әсәйҙәр менән бергә йыйыштырҙыҡ. Йәй буйы аллы-гөллө сәскәләр үҫтерҙек. Белем көнөндә матур итеп тантана үткәрербеҙ, тип торабыҙ.
Быйыл I синыфҡа бер генә бала – Ирек Вәхитов ҡына килә икән. Ул икенселәр менән бергә уҡыясаҡ. Уҡытыусыһы – Йәмилә Насирова. Ирек – дүрт балалы ҙур ғаиләнән, ярҙам йөҙөнән уға портфель бүләк иткәндәр. IV синыфта белем алған Тимур ағаһына оҡшап, Ирек тә яҡшы уҡыр, һынатмаҫ әле.
Мәктәптә бөтәһе 12 уҡыусы, улар тырыштар, эшһөйәрҙәр, тип маҡтай уҡытыусылары. Сентябрь аҙағында яҡташтары, дипломат Кәрим Хәкимовҡа арналған кисә үткәрергә йыйыналар. Әле шиғырҙар ятлайҙар, матур сығыштар әҙерләйҙәр. Ауылдарында данлыҡлы яҡташтарының музейы ла бар, унда Кәрим Хәкимовтың тормош юлы тураһында бик бай мәғлүмәт тупланған.
Бына шулай дәртләнеп ҡаршы ала дүсәндәр яңы уҡыу йылын.
Э. РӘШИТОВА.
Бишбүләк районы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...