+14 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Октябрь 2020, 18:57
Беҙҙә бөтәһе лә башҡортса өйрәнә
Балалар баҡсаһында кескәйҙәргә туған телебеҙҙең матурлығын күрһәтеп, уны яратырға, халҡыбыҙҙың рухи байлығы, тарихы менән ҡыҙыҡһынырға өндәйбеҙ. Атай-әсәйҙәр менән берлектә «Йәйғор» төркөмө эсендә бәләкәй генә булһа ла китапхана булдырғанбыҙ. Башҡорт телендә сығарылған китаптар уҡыйбыҙ. Халыҡ уйындары ярҙамында ла балалар күпте белә, телде өйрәнә. Уйындар кескәйҙәрҙә етеҙлек, батырлыҡ, сабырлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй.
Беҙ, тәрбиәселәр, атай-әсәйҙәр менән әүҙем бәйләнеш тотабыҙ. Уларҙың ярҙамы, тырышлығы менән күп конкурстарҙа призлы урындар яулайбыҙ.
Төркөмөбөҙҙә урыҫ милләтенән дә балалар булыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Улар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Атай-әсәйҙәре лә: «Беҙгә башҡорт теле оҡшай, Башҡортостанда йәшәгәс, телде белеп үҫергә тейешбеҙ», – тиҙәр. Башҡортса шиғыр ятлайҙар, бейеү, йырҙар өйрәнәләр, хатта республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә үҙҙәрен һынайҙар.
Беҙҙең киләсәгебеҙ – ошондай рухлы балалар ҡулында. Үҙең тәрбиәләгән баланың күҙҙәрендә шатлыҡ нурын күреп, йылы ҡараштарын тойоп, яғымлы итеп өндәшеүен ишетһәк, һайлаған һөнәрҙең яңылыш түгеллеген аңлайһың. Кескәйҙәр менән бала саҡ илендә мәңге йәш, шат күңелле булып ҡалабыҙ.
Гөлназ НАЗАРОВА, «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас в