+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Октябрь 2020, 18:28

«Минең исемем – Гүзәл, ә уныҡы – Асель»

Шулай тип таныштырҙы үҙҙәрен игеҙәктәрҙең береһе. Мине тәүгә күреүҙәренә ҡарамаҫтан, күптән белгән кешеләре кеүек, һис тартынмайынса ихлас һөйләшә лә башланылар. Башҡортса матур итеп яуап бирәләр бит әле. Бер генә урыҫса һүҙ ҡыҫтырманылар. Афарин, күңелгә ҡалай рәхәт ошондай бәләкәй балаларҙың саф башҡортса һөйләшкәндәрен ишеткәндә. Күҙ генә теймәһен! Үҙҙәренең белмәгән нәмәләре юҡ. Ерҙә йөрөгән бөжәктәрҙең, үҫеп ултырған сәскәләрҙең, ағастарҙың исемдәрен әллә ҡасан белеп бөткәндәр. Эргәләрендә гел йомарт телле Зөбәржәт инәләре булғас, унан да һорашаларҙыр, моғайын.


– Бармай торһам, гимназиям һағындыра. Уҡытыусым Көнһылыу Салауат ҡыҙының үткәргән дәрестәрен яратам. Тәбиғәтте өйрәнеү дәресендә үҙемә күп яңылыҡтар асам, – ти Гүзәл.

– Миңә әсәйем менән сәскәләр тотоп гимназияға барыу оҡшаны. Унда фотоға төштөк. Күңелле булды, – тип йылмая Асель.

– Апай, минең әкиәттәрҙе тыңлағыҙ әле? – тип һүҙебеҙҙе бүлдерә һалды Гүзәл. «И-и-и, телгә бигерәк оҫтаһың шул», – тип яратып, арҡаһынан һөйөп алдым. Ана, уның «Аҡбуҙат» журналында «Күсмәкүс менән Сиңерткә», «Батыр әтәс» тигән әкиәттәрен баҫтырып сығарғандар. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк «Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика конкурсының «Авторлыҡ әкиәттәр» номинацияһында көсөн һынап ҡараған.

– Игеҙәктәр һоҡландыра. Улар икеһе лә һүрәтте оҫта төшөрә. Гүзәл уйланып ултырғанса, Асель тиҙ генә бер нәмә эшләп тә ҡуя. Гимназиялағы «Айгөл иле» изостудияһына һәм вокал түңәрәгенә йөрөйҙәр. Шулай ҙа Асель нығыраҡ бейергә ярата. Ни тиһәң дә, 5 йәштән «Легенда» спорт бейеү мәктәбендә шөғөлләнгәндәр бит.

Бына шундай ихлас, һөймәлекле, аҡыллы игеҙәктәр менән таныштым әле. Киләсәктәре яҡты һәм бәхетле генә булһын!


Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: