+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Ноябрь 2020, 13:01
Башҡортса уҡырға теләйҙәр
Мәктәбебеҙҙең башланғыс синыф уҡыусылары башҡорт теле дәрестәрен көтөп ала. Яңыраҡ улар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторолдо.
Кескәйҙәрҙе белем усағының китапханаһы көтә ине.
Балаларға әкиәт китаптары күргәҙмәһе ныҡ оҡшаны. Улар ихласланып әкиәт донъяһына сумды, беҙҙең һөйләгәнде йотлоғоп тыңланы.
Китапханала башҡорт халыҡ әкиәттәре, матур йолаларыбыҙ менән дә таныштылар. Күптәре башҡортса уҡырға өйрәнергә ныҡ теләй икән. Улай ғына түгел әле, киләсәктә тағы ла башҡорт әкиәт китаптарын ҡулдарына алып, үҙ аллы уҡып сығырға вәғәҙә иттеләр.
Бик хуп! Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Зинзилә МИНИЙӘЗОВА, уҡытыусы-китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
41-се мәктәп.
Читайте нас в