– Дүрт йәшенән Сибай сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлағайны. Биш йыл шөғөлләнә инде, IV синыфта иҫәпләнә. Хәҙер уның ҡурайҙа уйнамаған көйө юҡ, тиһәң дә була, – ти йәш музыканттың етәксеһе, юғары категориялы уҡытыусы Илмир Амур улы Нәҙерғолов. – Бейеү, боронғо башҡорт көйҙәрен дә – бөтәһен белә: «Урал», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Абдрахман»... Көйҙө һәйбәт тойомлай, тиҙ генә өйрәнә. 5 – 6 йәшендә, иң йәш ҡатнашыусы булараҡ, конкурстарға йөрөй башланы. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, алдына маҡсат ҡуя ла шуны үтәй. Ауыр көйҙәрҙе лә икенсе дәрескә өйрәнеп килә.
Күҙ теймәһен, була бит шундай һәләтлеләр! Ғаяз республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙан гел беренсе урын алып ҡайта. Афарин!