Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар менән башҡорт халҡының йолалары, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, уйындары, фольклоры, милли кейемдәре менән яҡындан танышабыҙ. Бергәләшеп «Сөмбөлә», «Ҡарға бутҡаһы», «Һабантуй», «Өләсәйем һандығы», «Нардуған», «Кейем ҡотлау» йолаларын өйрәнәбеҙ. «Йәшерәм яулыҡ», «Ҡап та ҡоп», «Тирмә», «Наза», «Ҡара – ҡаршы әйтешеү», «Көлдөрөш» халыҡ уйындарын уйнайбыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: түңәрәккә башҡорт балаларынан тыш, башҡа милләт балалары ла ҙур теләк менән йөрөй. Үҙебеҙҙең телдә әйткән һәр бер һүҙҙе иғтибар менән тыңлап, тырышып ҡабатлайҙар. Шиғырҙар һөйләргә, йыр йырларға ла әүәҫтәр.
Кескәйҙәр менән башҡорт теленә арналған төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ла ҡатнашып торабыҙ. Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар өйрәнәбеҙ, тоғро дуҫтарыбыҙ – «Йәншишмә» һәм «Аҡбуҙат» балалар баҫмаларынан айырылмайбыҙ.