-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Ғинуар 2021, 12:55

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

Туймазылағы 6-сы мәктәптең II «А» синыфында уҡыған Софья Чернованың һүрәтенә күҙ һалығыҙ әле. Ҡалай матурҙар!


Софья – бик теремек, аҡыллы, егәрле уҡыусы. Ул синыфташ дуҫтарына ла гел ярҙам итергә генә тора. Һәр береһе менән яғымлы ғына итеп һөйләшә белә.

Өйҙә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы ул. Эштән ҡурҡмай икән. Софья йәйгеһен Шаранда йәшәгән өләсәһе янында оҙағырыҡ булырға тырыша. Сөнки уға ла ярҙам итергә кәрәк.

Бына шундай шәп, һоҡланғыс ҡыҙ Софья Чернова.

З. ӘҘҺӘМОВА.
Читайте нас: