+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Февраль 2021, 12:43

Телһөйәр, илһөйәр булып үҫерҙәр

«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы 2015 йылда оҫта, талапсан мөдир Эльвира Мәхмүт ҡыҙы Мостаева һәм тәжрибәле өлкән тәрбиәсе Дания Хәсән ҡыҙы Вәлиева етәкселегендә үҙ эшен башлап ебәрә.

Туған телебеҙҙе ныҡлап өйрәтеү маҡсатында һигеҙ төркөмдән торған балалар баҡсаһының дүртәүһен башҡорт төркөмө итеп аса­лар. Эшкә бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ең һыҙғанып тотона. Район, республика күләмендәге барлыҡ сараларҙа «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы әүҙем ҡатнаша һәм алдынғылар рәтендә килә.
Башҡорт халҡы йолалары аша балалар күңеленә йәшәйеш ҡағиҙәләре, әхлаҡ-әҙәп төшөнсәләре, хеҙмәт һабаҡтары еткерелә. «Ҡаҙ өмәһе», «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Һабантуй», «Исем туйы» байрамдары һәм ағинәйҙәр менән осрашыуҙар даими рәүештә үткәрелеп тора. Атай-әсәйҙәр ҙә был сараларҙа ихлас ҡатнаша.

Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн бар шарттарҙы булдырырға тырышабыҙ. Туған телен, милли мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, илһөйәр булып үҫеүҙәре киләсәктә уларҙы көслө шәхес итеп тәрбиәләйәсәк.

2021 йылдың Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителеүен ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттек. Һәр төркөмдә халҡыбыҙ тарихын сағылдырған саралар ойошторолдо. Кемдер – билдәле шәхестәребеҙ, милли кейемдәр, баш­ҡорт ырыуҙары тураһында, икенселәр Баш­ҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу тарихына арналған әңгәмәләр үткәрҙе. Башҡорт тарихы йылын асыу тантанаһы ла матур, эстәлекле һәм фәһемле байрамға әйләнде.

Әлфирә ВӘХИТОВА, тәрбиәсе.

Өфө районы,

Шамонин ауылы.
Читайте нас: