Баш ҡалабыҙҙың 221-се башҡорт балалар баҡсаһының 2-се кескәйҙәр төркөмөндә Ҡурсаҡтар байрамын үткәрҙек. Мин был уйынсыҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, уларға бәйле халыҡ ырымдары менән таныштырҙым. Бәләкәстәр башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар менән уйындар уйнаны, бишек йыры йырланы, шиғыр һөйләне. Ҡыҙҙар башҡарыуында «Батмус» бейеүе бигерәк матур килеп сыҡты. Был сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт.