+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Март 2021, 10:20

Каникулда бассейнға ла барасаҡ

Ҡышҡы тәбиғәт яйлап ап-аҡ тунын сисә лә башланы.

Юлдар буйлап гөрләүектәр йүгерә, бөтә тереклек йоҡоһонан уяна. Яҙ миҙгеле яҡынлашҡаны һиҙелә.

Белем усаҡтарында һағынып көткән каникул мәле етте. Уны һәр беребеҙ түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Байназар мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Батырхан Әминев яҙғы ялды дуҫтары, иптәштәре менән матур итеп үткәрергә теләй. Әсәһенә лә ярҙам итәсәк.

Батырхандың үҙе тураһында бер нисә һүҙ ҙә әйтеп китмәй булмай. Бик шәп малай ул. Балалар баҡсаһында уҡ «Йәш һандуғас» район бәйгеһендә «Ерҙән һалдат атлай» йырын башҡарып, Гран-при яулағайны. Ә бе­лем усағында шиғыр, һүрәт төшөрөү бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша.

– Каникулға туғандарым килә, үҙем дә улар­ға ҡунаҡҡа барам. Синыф менән бассейнға ла барырға һөйләштек. Дуҫтарым менән футбол, шашка, хәрби уйындар уйнаясаҡбыҙ. Бик күңелле буласаҡ, – ти малай, каникулға хыялдар ҡороп.

Уға һәм бөтәбеҙгә лә матур ялдар теләйем, уҡыуға көс, дәрт йыйып киләйек, дуҫтар!

Заһиҙә МОРАТШИНА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.
Читайте нас: