+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Апрель 2021, 09:35

Уның исеме лә Буранбай бит!

– Мин тыуғанда көн ныҡ боҙолоп, ҡапыл буран сығып киткән. Шуға ла әсәйем Буранбай исемен ҡушҡан. Үҙемә исемем ныҡ оҡшай, – тип һөйләй III «Б» синыфы уҡыу­сыһы Буранбай МОРАТШИН. Ул үҙе Ташбулат мәктәбендә уҡыһа, ә ғаиләләре Күсем ауылында йәшәй.



Буш ваҡыттарын­да дуҫы Арыҫлан ме­нән рәхәтләнеп ҡышҡы­һын саңғыла йөрө­һә, йәй көндәре кани­кул­ға ҡайтҡан Рамаҙан, Тимербулат ағайҙа­ры менән баскетбол, волейбол уйнарға ярата. Ул спорт менән дә дуҫ. Буранбай кудо буйынса секцияға йөрөй. Велосипедта елдерергә лә әүәҫ икән. «Ҡайһы саҡ йығылып, аяҡ-ҡулымды һыҙырып бөтәм», – тигән була үҙе.

Рамаҙан ағаһы Рә­ми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназия­һында уҡып йөрөй. Ул шайморатовсылар синыфында белем ала.

– Ағайым гимназияға уҡырға киткәс, ныҡ ҡыйын булды. Бер аҙ кәйефем төшөп йөрөгәйнем. Гел бергә булғанда һи­ҙелмәгән икән. Хәҙер өйрәндем, тиһәм дә, үҙен һағынып бөтәм. Ҡайһы ваҡыт төрткөләшеп киткән саҡтарымды иҫләйем дә көлөп алам, – ти Буранбай.

Яҙғы каникулында Өфөлә булып ҡайт­ҡан. Баш ҡалала уны сюрприз көткән, тыу­ған көнөн – 10 йәш тулыуҙы туғандары менән «Мир» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үткәргәндәр. Унда төрлө аттракцион­дарҙа булған, туғандарынан бүләктәр алып ҡыуанған.

Шәп малай ул Буранбай. Уның өсөн Өфөлә уҡыған Тимербулат, Рамаҙан ағайҙары өлгө булып тора.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Әбйәлил районы.
Читайте нас: