+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Август 2021, 11:10

Илсур мәктәпкә бара

Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Илсур ЗӘЙТҮНОВ 1 сентябрь көнөн ҙур тү­ҙемһеҙлек менән көтә. 

Илсур мәктәпкә бара
Илсур мәктәпкә бара

Шулай булмай әллә?! Уҡыусы буласаҡ бит ул! Мәктәп формаһы, порт­феле, уҡыу кәрәк-яраҡтары ла күптән әҙер, Белем байрамында һөйләйәсәк шиғырын да ятлап ҡуйған.

Лилиә һәм Урал Зәйтүновтарҙың татыу ғаиләһендә аҡыллы, уңған, шәп малай ул Илсур. «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһына йөрөп, күп нәмәгә өйрәнгән. Йырларға, бейергә ярата, спорт менән дә дуҫ, һүрәтте лә оҫта төшөрә. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: быйыл мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Космонавтика көнөнә арнал­ған һүрәте менән «Беҙ – гагаринсылар!» республика конкурсында призёр булыр­ға ла өлгөргән ул.
Балалар баҡсаһына бергә йөрөгәс, буласаҡ синыфташтарының күбеһе менән Илсур яҡшы таныш. Гөлсара Фәрит ҡыҙы Дауытова уҡытасаҡ үҙҙәрен. Уҡыусы булырға әҙерләнгән малай хәрефтәрҙе таный, ижекләп уҡый, һанай белә. Был иһә – өләсәһе Гөлшат Юлмөхәмәт ҡыҙының тырышлыҡ һөҙөмтәһе. 37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы ейәне менән шөғөлләнергә ваҡытын йәлләмәй.
Әйткәндәй, Илсурҙың әсәһе лә мәктәптә эшләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә. Ә атаһы – янғын һүндереүсе. Наҙгөл исемле апаһы ла бар. Быйыл икенсе синыфҡа бара. Бар яҡтан да килгән ҡыҙ тик «бишле»гә генә өлгәшә. «Һуң­ғы ҡыңғырау» байрамында ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы ла уға бирелгән. Белем тауҙарына артылырға ашҡынып торған Илсур ҙа, моғайын, уҡыу алдын­ғыһы булған апаһынан һис ҡалышмаҫ.
– Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ – беҙҙең оло ярҙамсылар. Мал, ҡош-ҡорт ҡарашалар, баҡсаға һыу һибәләр. Илсур техниканы шул тиклем ярата, атаһы трактор менән булыша башлаһа, янынан китмәй, быйыл бесәндә лә йөрөнө, – ти әсәһе Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы.
Өлгөлө ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар, ата-әсәһенә оҡшап, тырыш, уңған, өлгөр булып үҫеп килә. Үҙ-ара бик татыу­ҙар, «Мәктәп» уйынын уйнарға яраталар. Наҙгөл уҡытыусы ролен оҫта башҡара, бар белгәндәрен ҡустыһына өйрәтергә тырыша.
– Матур яңы кейемдәремде кейеп, портфелемде тағып, апайым менән бергә тиҙерәк мәктәпкә барғым килә! Календарҙан көндәрҙе һанап торам, күп тә ҡалманы инде, – ти Илсур.
Ысын уҡыусы булып, ҡулына сәскә бәйләме тотоп, алтын һуҡмаҡтар­ҙан белем усағына юлланасаҡ малайға бары тик уңыштар ғына теләй­һе килә. Атай-әсәйеңдең өмөттәрен аҡлап, белем тауҙарына арымай-талмай үрләргә яҙһын һиңә, Алла бирһә!

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: