+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
10 Сентябрь 2021, 14:05

Ҡалай оҫтарып алғандар

Был һүрәттә һеҙ Өфө ҡалаһынан биш йәшлек игеҙәктәр Әсилә һәм Асия Хәсәноваларҙы күрәһегеҙ.

Ҡалай оҫтарып алғандар
Ҡалай оҫтарып алғандар

Бәләкәс кенә булһалар ҙа, күп нәмәгә өйрәнеп алғандар. Әсилә йырларға яратһа, Асия бейергә әүәҫ. Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәгән өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа йыш ҡайталар. Унда барғас, бер ҙә, бәләкәйбеҙ, тип тормайҙар, ҡамырҙан төрлө ризыҡ әҙерләшергә яраталар. Бигерәк тә билмән эшләү уларға ныҡ оҡшай.
Үҫкәс, табип булырға хыяллана был игеҙәктәр. Ҡайҙа барһалар ҙа, үҙҙәре менән дауалау өсөн кәрәк-яраҡтарын биштәренә һалып йөрөтә улар. Бына шундай шәп ҡыҙҙар-игеҙәктәр үҫеп килә.

Гөлсөм ХИСМӘТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: