

Өҫтәлдәрҙә ниҙәр генә теҙелмәгән ине! Балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә тырышҡаны күренеп тора. Ял көндәрендә белем усаҡтарында көҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙҙы.
– Беҙҙең мәктәптә лә үткәрҙек. Йәрминкәнән береһе лә ситтә ҡалманы. Башланғыстан алып өлкән синыф уҡыусыларына тиклем әүҙем ҡатнашты. Йәрминкәнән килгән аҡса синыфҡа, белем усағына кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тотоноласаҡ, – ти Әлшәй районы Никифар мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльвира Мөҙәрис ҡыҙы Зыяҡаева.