+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тирмәкәй
24 Сентября 2021, 05:25

Кескәйҙәр килде ҡунаҡҡа

276-сы балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре 47-се моделле балалар китапханаһына экскурсияға барҙы.

Кескәйҙәр килде ҡунаҡҡаКескәйҙәр килде ҡунаҡҡа
Кескәйҙәр килде ҡунаҡҡа

Бында кескәйҙәр абонемент, уҡыу залы һәм китап һаҡлағыстар менән танышты, китаптар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды. Ҡыҙҙар, малайҙар көҙ тураһында шиғырҙар ҙа һөйләне, йомаҡтар ҙа систе, уйындар ҙа уйнаны.
Рәссам Ульяна Александровна Каледина менән осрашыу ҙа иҫтәлекле булды. Апайҙары бәләкәстәргә акварель буяуҙы, рәсем сәнғәте өсөн материалдарҙы күрһәтте, уларҙы нисек файҙаланырға кәрәклеген аңлатты. Акварель һынлы сәнғәте буйынса «Һауаның көҙгө һулышы» исемле оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Картина төшөргәндә балалар ҙа үҙҙәрен һынап ҡараны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь айынан алып беҙҙең балалар китапханаһында рәссам Ульяна Калединаның «Рәхмәтлемен...» тип аталған һынлы сәнғәт шәхси күргәҙмәһе эшләй. Бында Башҡортостаныбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте һүрәтләнгән эштәр урын алған. Рәссамдың эштәре ҡатмарлы композициялары, сағыу буяуҙары менән генә түгел, ә ихлас күңелдән илһамланып ижад ителгән булыуы менән дә әсир итә. Күргәҙмәгә килгән һәр кем уларҙы ҡарап, һоҡланыуын йәшермәй.

Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас