

Көндәрҙән бер көндө ҡыҙып-ҡыҙып, ярһып-ярһып һандар бәхәсләшә икән. Ҡайһыныһы мөһимерәк, кемеһе әһәмиәтлерәк, йәнәһе. Түңәрәктең уртаһына һөңгө кеүек осло башын ялтыратып, «Берле» билдәһе килеп сыҡҡан.
– Мин – иң кәрәкле һан, ғашиҡтар бер-береһенә, берҙән-берем, тип өндәшә. Бөтә ярыш-бәйгеләрҙә иң етеҙҙәр беренсе урынға сыға. Нимә оҙаҡ һөйләргә, беренсе беренсе инде.
Ул үҙен маҡтап бөтөп тә өлгөрмәне, 2 һаны, йылан кеүек йомро башын күтәреп, ҡойроғон тешләп, һүҙгә ҡушылды:
– Мин иң кәрәклеһе, ана, кешеләрҙең ике күҙе-ҡолағы, ике ҡулы-аяғы, ике үпкә-бөйөрө бар. Әгәр ҙә берәү икән, улар ғәрип тип иҫәпләнә. Ғашиҡтар ҙа парлашып, йәғни икәүләшеп йәшәй. Йылғаның да ике яры бар.
Быныһы һүҙен һөйләп бөтөүгә, пәйғәмбәр сөннәте өс, тип «Өслө» билдәһе бәхәсләшә башлай.
– Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ярыш-бәйгеләрҙә өсөнсө урынды алһаң да, насар түгел. Әкиәттәрҙә лә әбей менән бабайҙың өс улы, өс ҡыҙы була. Өс юл саты, тиҙәр. Насар уҡыған балалар, уҡытыусы «өслө» билдәһе ҡуйһа ғына ярар ине, тип теләй. Был бигерәк тә сирек бөтөп барғанда мөһим.
«Өслө»нөң һүҙен бүлә-бүлә, өҫтәлгә күтәреп ҡуйған ултырғыс кеүек, «Дүртле» сығып баҫа уртаға.
– Мин – иң һә-ә-әйбәт билдә. Үҙемде «алтын урталыҡ» тип тә йөрөтәләр, ударниктар билдәһе лә, тиҙәр.
Шул саҡ ҡып-ҡыҙыл булып, һимеҙ өйрәк кеүек кәүҙәһен һөйрәп, «Бишле» килеп сыға. Ниәте – үҙен данлау:
– Мине бөтәгеҙ ҙә белә инде, иң-иңдәргә генә тәтейем. Минең менән дуҫ булғандар – алтын миҙал, ҡыҙыл диплом эйәләре! – тип белдерә ул.
Моңһоу ғына ҡарап 6 һаны һүҙ ала:
– Өләсәйем, алтыным, алтмыш йәшәрҙекен ашаһаң да, алты йәшәрҙекен ашама! – ти. – Үҙегеҙ аңлағыҙ, аңығыҙ булһа.
Унан инде салғы кеүек кәүҙәһен һөйрәп, 7 һаны һөйләргә керешә:
– Һүҙем бик күп кенә ваҡытты ала инде, ете ҡат күк йөҙө, ете ҡат ер аҫты, ете ер, ете ҡат үлсәү, Етегән йондоҙ, Етегән шишмә, ете диңгеҙ, ете урман, етеле шәм, ете төн уртаһы, ете ожмах ишеге, ете һандыҡ, ете йоҙаҡ... Бына шундай серле мөғжизәле һәм ғәжәп мин.
Бына сират 8-гә лә етә. Ҡартатайҙың күҙлеген хәтерләткән һан:
– Минең билдә менән яҙ килә. 8 март – Әсәйҙәр байрамы! Үәт! – тине лә тынып ҡалды.
Бер мөйөш тә 9 һаны торған. Ул:
– Әй, мин нимә әйтәйем, ялҡауҙарҙы, туғыҙға туғарланып йоҡлама, тип әрләйҙәр. Шул инде, башҡа нимә әйтергә?!
Сиратта 0 һаны ғына тороп ҡалған, ти.
– Эй, үҙе ни ҙә, һүҙе ни?! – тип шаулашҡан һандар. Әммә ул да юғалып ҡалмаған. Ялтыр башын ыуалап, ҙур ҡорһағын һыйпап, айҙай тулып, ҡояштай балҡып, Азия ҡауыны кеүек тәгәрәп, түңәрәктең уртаһына уҡ сығып баҫҡан:
– Ах, һеҙ, ахмаҡтар, эй, һеҙ, иҫәрҙәр! Минһеҙ бер хәлегеҙ ҙә юҡ бит һеҙҙең. Мәҫәлән, 1 һанын алайыҡ, уның алдына мин килеп баҫһам, йәғни 01 булһам – янғын һүндереү хеҙмәтенә әйләнәм. 02 – полиция хеҙмәте, 03 – ауырыу кеше янына ашығам. 04 икән, газ хеҙмәте булам. Башығыҙҙы эшләтегеҙ, йәмәғәт!
Һандарҙың бәхәсен тыңлап торған Кеше быға нөктә ҡуйған:
– Эйе, һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә мөһим, әһәмиәтле. Барығыҙ ҙа кәрәк. Шуны онотмағыҙ!
Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА.
Фото: семьяшкола.рф