+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
22 Октябрь 2021, 09:40

Бай йөкмәткеле аҙналыҡ

Беҙҙең «Йәйғор» балалар баҡсаһында бай йөкмәткеле аҙналыҡ ойошторолдо.

Бай йөкмәткеле аҙналыҡ
Бай йөкмәткеле аҙналыҡ

Кескәйҙәр Тыуған илдең йәшәгән ерҙән, өйҙән, атай-әсәйҙән башланыуына төшөнөп, халҡыбыҙҙың әкиәттәрен тыңлап, бармаҡ уйындары уйнаны, тәрбиәселәре менән бергәләп ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойоштор­ҙо.

«Ромашка» уртансы төркөм тәрбиәләнеүселәре баҡсабыҙҙағы «Башҡорт тирмәһе» мини-музейына сәйәхәт ҡылып, башҡорт халҡының боронғо тормош- көнкүреш әйберҙәре, милли кейеме, аш-һыуҙары менән танышты. Темаға ярашлы төрлө аппликация, ҡул эштәре эшләнеләр, һүрәт төшөрҙөләрдәртләнеп халыҡ уйындарын уйнанылар. «Умырзая» өлкәндәр төркөмө тыуған еребеҙ буйлап виртуаль сәйәхәткә сығып, Баш­ҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе менән танышты. Дәүләт символдары тураһында белемдәрен дә нығыттылар. Ә мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә ҡыҙыҡлы викторина үтте.
Был аҙналыҡты тәрбиәселәр Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы Сәлимова, Гөлсинә Хәй­ҙәр ҡыҙы Ҡолбирҙина, Рәсилә Ғәлиулла ҡыҙы Асҡарова һәм мин ойошторҙоҡ. Иртәлектәрҙә балалар Тыуған илебеҙ хаҡында шиғыр­ҙар һөйләне, «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», «Ҡурай» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнап, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп күңел асты.

Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА,
өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: