

Бик ҙур тулҡынланыу менән кескәйҙәр балалар баҡсаһының ҙур залына күтәрелде. Бер ай дауамында Тыуған илгә бағышлап ятлаған шиғырҙары, йыр-бейеүҙәре менән дуҫтары алдында сығыш яһаясаҡтар бит. Күренеп тора: ныҡлап әҙерләнгәндәр.
Улар бөгөн халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен тыңлап, үҙҙәре лә рәхәтләнеп башҡортса йырланылар, бейенеләр. Ҡунаҡҡа килгән ихлас башҡорт ҡыҙы Айһылыу менән таныштылар. Бергәләп йомаҡтар систеләр. Халҡыбыҙҙың «Йөҙөк һалам», «Тирмә», «Кем тиҙерәк?» милли уйындарын уйнап кинәнделәр. Шулай уҡ тыуған еребеҙҙең ете мөғжизәһе һаналған билдәле урындарыбыҙ, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, дәүләт символдарыбыҙ тураһында һөйләшеп, кескәйҙәр үҙҙәренең эске донъяларын байытты.
Байрам балаларға ныҡ оҡшаны. Бөгөн уларҙың шат йөҙҙәре ҡояштай балҡый ине.
Гүзәлиә Дәүләтбирҙина,
«Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.