+29 °С
Болотло
VKOKTelegram
Тирмәкәй
27 Ноябрь 2021, 05:30

Ҡурсаҡтар донъяһында

Беҙҙең балалар баҡсаһының тәрбиәселәре Винера Лоҡман ҡыҙы Байсурина, Сәүиә Әхтәм ҡыҙы Ултраҡова, Рәмилә Рәүеф ҡыҙы Арыҫланова, Аҡсәскә Илһам ҡыҙы Абдуллина мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн районыбыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторҙо.

Ҡурсаҡтар донъяһындаҠурсаҡтар донъяһында
Ҡурсаҡтар донъяһында

Бикә Иҙрис ҡыҙы Моталова апайҙары кескәйҙәргә «Шундай төрлө ҡурсаҡтар» тигән күргәҙмә әҙерләгәйне. Унда му­зей фондынан совет заманындағы һәм районыбыҙҙың халыҡ оҫталары Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова, Елена Евгеньевна Усенко, Алла Викторовна Пронь­киналарҙың үҙ ҡулдары менән эшлә­гән үҙенсәлекле ҡурсаҡтары ҡуйылған ине. Бикә Иҙрис ҡыҙы был төрлө-төрлө уйын­сыҡтарҙың кем­деке булып, ҡасан музей­ға тапшырылыуы, уларҙың ҡайҙан килтерелеүе тураһында һөйләне.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, 3-сө «Шатлыҡ» балалар
баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.

Ҡурсаҡтар донъяһында
Ҡурсаҡтар донъяһында
Ҡурсаҡтар донъяһында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас