+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тирмәкәй
18 Декабря 2021, 10:05

Ат уйнатып алдан бара

Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын иҫкә алыу маҡсатында 13 ноябрь республикабыҙҙа иҫтәлекле көн булып билдәләнә. Сөнки 1941 йылдың шул көнөндә Милли ғәскәрҙәр берләшмәһен ойоштороу тураһында СССР Оборонаһының Дәүләт комитеты ҡарары ҡабул ителә.

Беҙҙең балалар баҡсаһында Баш­ҡорт тарихы йылына арнап «Шайморатовсылар – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар яугир­ҙары» исеме менән төрлө саралар ойошторолдо. «Көнбағыш» уртансылар төркөмө (тәрбиәсеһе – Рәсимә Ҡадирова) Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы менән танышһа, «Ал елкәндәр» (Әлиә Ғәбитова), «Аҡбуҙат» өлкәндәр төркөмө (Зимфира Торомтаева) һәм «Бал ҡорттары» мәктәпкә әҙерлек төркөмө (Рәмилә Арыҫланова) тәрбиәләнеүселәре өсөн 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы команди­ры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның ҡаһарман яуҙаштары тураһында һөйләшеү үткәрелде. Милли геройыбыҙҙың тормошон, үлемһеҙ батырлығын данлаған видеояҙма күрһәттек.
Легендар батырыбыҙ һәм уның дивизияһы тураһында фәһемле мәғлүмәт туплағандан һуң, кескәйҙәр «Шайморатов генерал» йырын күтәренке рух менән дәртләнеп башҡарып, халҡыбыҙҙың батыр улын иҫкә алды, уға дан йырланы. Ә «Сулпылар» мәктәпкә әҙерлек төркөмө (Винера Байсурина) тәрбиәләнеүселәре йырҙың йөкмәткеһен өйрәнде.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал,
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал...
Йырҙа халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Миңлеғәли Шайморатов данланғаны, башҡорт ир-егеттәренең Тыуған илде һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмауҙары, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булыуҙары тураһында балаларға аңлатылды.
Кескәйҙәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының нисек төҙөлөүен, башҡорт яугирҙарының үҙ аттары менән вагондарға тейәлеп фронтҡа оҙатылыуын һәм Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергәнен белде. Малайҙар үҙҙәрен буласаҡ ысын һалдат итеп хис итте. Тыу­ған илен, ерен дошмандарҙан һаҡлап ҡыйыу алышҡан батырҙарҙың исемдәре мәңге йәшәй, тигәнгә инанды улар.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы
3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас