+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Декабрь 2021, 08:35

Нурсолтан ҡалай уңған!

Нурсолтан Хәсәнов «Илһам» нәфис һүҙ оҫталары конкурсының район һәм ҡала этабында беренсе урынды яулап ҡыуандыр­ҙы.

Нурсолтан ҡалай уңған!
Нурсолтан ҡалай уңған!

Уның өсөн бик шатбыҙ. Һәләтле малай беҙ­ҙең гим­назияла II синыфта белем ала. Балалар сән­ғәт мәктәбендә баян һәм ҡурай синыфтарында шөғөлләнергә лә өлгөрә, программалау һәм тхэквондо түңәрәктәренә лә йөрөй.
Киләсәктә программист булырға хыялланған малай буш ваҡытында компьютер уйындары уйлап сығарырға әүәҫ. Йәнә бер яратҡан мауығыуы – урыҫ телендәге хиттарҙы башҡортсаға тәржемә итеү. Ҡайһы бер йыр­ҙарын видеоға төшөрөп, башҡорт телендәге YouTube каналына һәм «Инстаграм»ға ла һалып бара.
Нурсолтан уҡыуҙа ла һынатмай. Дәрестән һуң һеңлеһе Сәлимә менән уйнарға өлгөрә. Ата-әсәһенә туғанын ҡараша, ярҙам итә. Уңыштар һиңә, Нурсолтан!

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: