+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Декабрь 2021, 15:10

"Тылсымлы таяғыбыҙ булһа..."

– Эх, Ҡыш бабайҙыҡы кеүек беҙҙең дә тылсымлы таяғыбыҙ булһа ине. Уны һелтәп кенә алыр инек тә уҡытыусы «икеле» ҡуя алмаҫ ине, – ти II синыфтан Эльза Рахманғолова.

"Тылсымлы таяғыбыҙ булһа..."
"Тылсымлы таяғыбыҙ булһа..."


– Уҡыу дәресе лә үткәрелмәҫ ине. Ҡалай һәйбәт булыр ине, – тип шаярта синыфташтары ла.
– Ә Ҡыш бабайҙың нимә бүләк итеүен теләйһегеҙ?
– Ҡурай конкурсында еңеү яуларға ярҙам итһен ине миңә ул, – ти III синыфтан Илнар Аҡһаров.
– Икенселәр менән бергәләп хат та яҙып һалдыҡ әле. Һәр береһе бүләктәр ҙә һораны, – ти уҡытыусылары Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина.
– Ағайымды тиҙерәк һауыҡтырһын, – ти ошо синыфта уҡыған Рәсимә Фәйзуллина.
Ҡыҙҙың синыфташтары Самира Уразбахтина, Илсур Әҙеһәмов – телефон, Рузилә Абдуллина – смарт сәғәт, Илнар Хәйбуллин – оптимус прайм уйынсығын, Рафаэль Аллабирҙин ҡармаҡ бүләк итеп биреүен һорай.
Бик шәп! Эйе, Яңы йыл байрамы алдынан ғына мөғжизәләр булыусан, дуҫтар! Шуға хыялланып йәшәүегеҙ бик ҡыуандыра. Юлбарыҫ йылы барлыҡ ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың да уйҙарын тормошҡа ашырырға ярҙам итһен!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Көйөргәҙе районы,
Яҡшембәт мәктәбе.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: