+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Февраль 2022, 10:00

Кескәйҙәр йыйылды байрамға

«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә байрам бөгөн. Бүлмә милли зауыҡ менән биҙәлгән. Өҫтәлдәрҙә күҙҙең яуын алып торған түшелдеректәрҙең ниндәйе генә юҡ! Шунда уҡ сәсмәүер, ҡалпаҡ, янсыҡ, баш­ҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар ҙа урын алған. Башҡорт балы, бауырһаҡ, икмәк, ваҡ һәм ҙур бәлештәр, ҡымыҙ, ҡатыҡ та бар. Башҡорт теле байрамына йыйылдыҡ бит.

Кескәйҙәр йыйылды байрамға
Кескәйҙәр йыйылды байрамға

Был көндө беҙҙә бөтәһе лә саф башҡортса ғына аралашырға тырышты. Тәрбиәсе Ирина Хәҙит ҡыҙы үткәргән дәрес тә ҡыҙыҡлы булды. Ул ҡурай моңо менән башланып китте. Үмәр Абҡадиров – тирмә, Елена Ғәйфуллина – сәксәк, Айгүзәл Хужина – икмәк, Наҙгөл Ноғоманова – башҡорт ҡурсағы, Артём Хужин – ҡурай, Иҙел Солтанов – башҡорт балы, Тимур Ҡазыханов – бауырһаҡ, Ренальд Садиҡов – ҡымыҙ, Эмир Солтанов ваҡ бәлеш тураһында шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Кескәйҙәр тәрбиәселәре ярҙамында түшелдеректе үҙҙәре лә эшләп ҡараны.
Дәрестән һуң башҡорт милли аҙыҡтары менән сәй табыны ойошторолдо. Бының өсөн оҫта ҡуллы әсәйҙәргә рәхмәт әйтәбеҙ.

Флүрә СИРАЖЕВА.
Салауат районы, Малаяҙ ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: