+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Февраль 2022, 10:35

Һалдат сумаҙаны

Хәрби-диңгеҙ флоты матросының кителе, салбары, бескозыркаһы, Һауа-десант ғәскәрҙәре һалдатының курткаһы, береты, яҡташыбыҙ, генерал-лейтенант, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы Виктор Поповтың көндәлек мундиры, запастағы майор, Чечнялағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы Шәйнур Солтановтың десант­сылар өсөн махсус баш кейеме-шлемы... Балалар баҡсаһында ойошторолған «Һалдат сумаҙаны» күсмә күргәҙмәһендә ниндәй генә әйбер­ҙәр юҡ ине! Барыһын да кескәйҙәр ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Һалдат сумаҙаны
Һалдат сумаҙаны

Шулай уҡ һалдаттың әйбер тоғо – ҡулбашҡа аҫып йөрөтөлгән сумка, ҙур булмаған бик күп бүлектәрҙән торған бәләкәй сумаҙан, ялан шарттарында аш-һыуҙы һаҡлау һәм йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән һауытты ла (котелок, һалдат фляжкаһы) балалар яҡындан күреп, улар тураһында күп мәғлүмәт алды. Илебеҙҙең һаҡсылары буласаҡ малайҙар өсөн «Һалдат сумаҙаны»нда ҡотлау һүҙҙәре яҙылған хат та бар ине.
Шундай матур күргәҙмә ойошторғандары өсөн районыбыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, 3-сө «Шатлыҡ»
балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: