+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Апрель 2022, 15:35

Әкиәттәр донъяһында

Өфө ҡалаһы Киров районының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында XIII «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсының район этабы үтте. Бәйгелә бөтәһе 13 мәктәп ҡатнашты. Уҡыусыларҙың сығыштары биш номинацияла баһаланды: «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыу», «Әкиәтте сәхнәләштереү», «Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү», «Йәш әкиәтсе», «Әкиәт – халыҡ аҡылы хазинаһы».

Әкиәттәр донъяһында
Әкиәттәр донъяһында

Ижади конкурсҡа һәр мәктәп матур әҙерләнгән ине. Кескәйҙәр әкиәттәге үҙ ролдәрен тырышып, ихлас уйнаны. Иң мөһиме – балалар бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен тик башҡорт телендә һөйләне.
Бәйгене ойоштороусылар – Киров районы фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгенең туған телдәр методисы Рита Марсель ҡыҙы Мостаева һәм Киров районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик ойошма етәксеһе Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова.
– Әкиәт – ул тылсымлы, мөғжизәле, хыялдарҙы ысын итеүсе серле ил. Һәр бала бәләкәй саҡтан әкиәт тыңлап үҫә, серле донъяға ышана. Ә беҙ йәшәй-йәшәй әкиәттең фәһемле һәм бай теллелегенә төшөнәбеҙ. Әлеге байрамды уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, атай-әсәй­ҙәр ҙә көтөп ала. Ысынлап та, был көн беҙҙең өсөн дә оло байрамға әйләнә. Йылдан-йыл бәйгенең бәҫе арта. Быйылғы сығыштар ҙа ихлас, матур булды. Балалар ныҡлап әҙерләнгән. Сәхнәләштерелгән бар сығыш та сағыу костюмдар, төрлө декорация, музыка менән йөкмәткеле итеп биҙәлгән. Тамашасыларға ныҡ оҡшаны.
Максим Горький исемендәге 3-сө гимназия, Сергей Аксаков исемендәге 11-се гимназия, 16-сы гимназия, 5-се лицей, 14-се, 18-се, 19-сы, 22-се, 41-се, 45-се, 119-сы мәктәптәр һәм Мос­тай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусы­ларын маҡтағы килә. Тағы ла 119-сы мәктәптең балалары үҙен­сәлекле әкиәт (етәксеһе – Сәриә Ишкинина) – күләгәләр театры менән байрам­ға яңылыҡ индерҙе. Афариндар! – ти Фәнгизә Рафаил ҡыҙы.
Кемдәр иң-иңе булдымы? Гран-приҙы «Тирмәкәй» әкиә­те менән 158-се башҡорт гимназияһы алһа (етәксеһе – Хәлисә Вәлиева), I урында – «Кем көслө?» әкиәте менән 119-сы мәктәп (етәкселәре – Зөлфирә Ҡотлоева, Гөлнур Кашапова, Ғәзимә Әһлиуллина), II урында – «Етем Төлкө» әкиәте менән 158-се баш­ҡорт гимназияһы (етәксеһе – Эльмира Бикташева), ә III урында – «Әмин­бәк» әкиәте менән 45-се мәктәп (етәксе­һе – Гөлнар Юлдашбаева).
Бәйгелә ҡатнашҡан бар бәләкәй артистарҙы ҡотлайбыҙ. Ысынлап та, сығыштарығыҙ матур булды. Хайран ҡалып ултырҙыҡ.

Зөһрә Хәкимова.

Әкиәттәр донъяһында
Әкиәттәр донъяһында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: