+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Апрель 2022, 12:20

"Ҡарға бутҡаһы"

Тәүге ҡарғалар күренһә, ысын яҙ килгән, тиҙәр. Шул мәлдән башлап ҡарҙар ирей, башҡа ҡоштар йылы яҡтан ҡайта, ағастар бөрөләнеп, япраҡ яра башлай.

"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"

Элек ололар йәш саҡтарында ҡар иреп бөтөп, ер кипкәс, «Ҡарға бутҡаһы»на сыҡҡан. Был йола һаман да һаҡланып килә. Башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған байрамы ул. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сәхрәгә сығып, изге теләктәр теләп, бешергән бутҡаларын ҡоштарға ла ҡалдырып китә. Улар теләктәр тормошҡа ашһын, уңыш мул булһын өсөн ошо йоланы баш­ҡарған.

Самира ИЛТЕНБАЕВА,
I «Б» синыфы уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: