-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
3 Май 2022, 09:45

Үҙен һағынырбыҙ инде

Был фотола кем йылмайып тора, тиһегеҙме? Беҙҙең Вилена Мөхәмәтова ул. Бигерәк уңған, өлгөр ҡыҙ.

Үҙен һағынырбыҙ инде
Үҙен һағынырбыҙ инде

 Баҡсабыҙҙа үткәрелгән кисәләрҙә, район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, гел призлы урындар ала. Уның Почёт грамоталарын, дипломдарын, Рәхмәт хаттарын һанап бөткөһөҙ.
Үҙе шундай итәғәтле, ярҙамсыл, әүҙем. Бейеү түңәрәгенә йөрөй. Шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә ярата. Өйҙә ата-әсәһенә Арсен һәм Заһир ҡустыларын ҡараша.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр. Вилена киләсәктә табип булырға теләй. Әсәһе лә был һөнәрҙе һайлаған бит.
Тиҙҙән Вилена балалар баҡсаһы менән хушлашасаҡ. Үҙен һа­ғынырбыҙ инде. Уға мәктәп тормошонда ла уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйем.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: