+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
4 Май 2022, 15:15

Милли аш-һыу көнөндә

Баҡсабыҙҙың «Айыуҡай» уртансылар төркөмөндә матур байрам үткәрҙек. Ул Милли аш-һыу көнөнә арналды. Балалар башҡорт халҡының милли ризыҡтары, уларҙы әҙерләү серҙәре менән танышты.

Күргәҙмә лә ойошторолдо, кескәйҙәр милли аштар тураһында шиғырҙар һөйләне, йомаҡтар систе. Өйҙә әсәйҙәре менән бергә бешереп алып килгән ризыҡтарҙан да ауыҙ иттеләр.
Балаларҙы милли аш-һыу менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу сараның төп маҡсаты ине. Ә был бурысты өгөт-нәсихәт менән генә атҡарып булмай, ғәмәли эш мөһим. Табындарыбыҙ мул, ризыҡтарыбыҙ тәмле булһын!

Рәсимә ҠАДИРОВА,
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Милли аш-һыу көнөндә
Милли аш-һыу көнөндә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: