+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Май 2022, 11:45

Спортты ла ярата

– Беләһегеҙме, мин үҫкәс, атайым менән әсәйем кеүек табип булып эшләйәсәкмен, – ти Әминә Хәйруллина. Кем һуң ул, тиһегеҙме? Был ҡыҙ Өфөләге 5-се лицейҙың I «Д» синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Иҫ киткес тырыш, бар яҡлап та өлгөр ҡыҙыҡай. Мәктәптә алдынғы уҡыусы булһа, өйҙә әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Ҡустыһы Арыҫлан менән бергәләп ҡулдарынан килгән эштәрҙе «һә» тигәнсе башҡарып ҡуялар.

Ял көндәрен, каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп ала Әминә. Сөнки ғаиләләре менән атаһының тыу­ған ауылына – өләсәй-олатай­ҙары янына ҡунаҡҡа ҡайталар. Унда рәхәтләнеп ял итәләр: балыҡ тоталар, урманға баралар, баҡса эштәрендә ярҙамлашалар. Буш ваҡытында өләсәһе математика серҙәренә өйрәтергә лә өлгөрә. Ул – хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Әминә балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан уҡ художестволы гимнастика менән шөғөлләнә башла­ған. Күнекмәләр тураһында һөйләгәндә ҡыҙҙың күҙҙәрендә осҡондар уйнай. Был спорт төрөн бик ярата ул. Бәләкәй генә булһа ла, еңеүҙәре күп кенә. Быйыл, мәҫәлән, Туймазы районының художес­тволы гимнастика буйынса беренселегендә II урын алған.
Һәр эште теүәл үтәүсе, тырыш, үҙ-үҙенә бик талапсан, еңеүҙәргә ынтылыусан ҡыҙ бит ул Әминә.
– Ярыштарҙа еңеү яулар өсөн кеше тырышып шө­ғөлләнә икән, ул барыбер теләгенә ирешәсәк, – ти ул өлкәндәрсә етди итеп.
Юрий Гагарин исемендәге кубокка үткәрелгән олимпиадала физкультура буйынса үҙҙәренең лицейында призёр булып, диплом һәм значок менән дә бүләкләнгән. Маладис ҡыҙ, эйе бит!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: