+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Май 2022, 10:35

Һау бул, мәктәп! Һаумы, йәй!

Сираттағы уҡыу йылы ла тамамлан­ды. Өлкән төркөмгә йөрөүсе кескәй­ҙәр балалар баҡсаһы менән хушлаша. Ә IV синыфтар иһә башланғыс мәктәпте тамамлай. Тәүге уҡытыусы, ҡайһы берәүҙәргә хатта туған мәктәбе менән дә айырылышырға тура килә. Бер аҙ яман­һыуҙыр ҙа инде. Әммә кескәйҙәрҙең күҙҙәре янып тора. Алда тағы ла бейегерәк белем тауҙары көтә бит.

Һау бул, мәктәп! Һаумы, йәй!
Һау бул, мәктәп! Һаумы, йәй!

Аҫҡар мәктәбенең IV синыфында бик әүҙем, тырыш уҡыусылар йыйылған: Айгүзәл Әминева, Марс Буранов, Динара Ғәбиҙуллина, Илзидә Ғиззәтуллина, Вилена Мырҙабулатова, Алина Мөфтәхетдинова, Батырша Ибраһимов һәм Динис Юлмөхәмәтовтар.
– Бер-береһенә ҡарата иғтибарлылар, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Район, республика күләмендә үткән олимпиада, конкурс­тар призёрҙары бит үҙҙәре. Ошо уҡыу йылында ғына район буйынса олимпиадала Айгүзәл башҡорт теленән – I, Вилена тирә-яҡ мөхит фәненән – I, Батырша урыҫ теленән – II, Динис математиканан III урын яуланы. Шулай уҡ район күләмендә үткәрелгән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә Илзидәбеҙ Гран-при алды. Дүртенселәрем спортты ла бик ярата. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашалар, һынатмайҙар. Мәктәптә ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Уҡыусыларыма артабан да тырыш булыуҙарын, яңы үрҙәр яулауҙырын теләйем, – ти уҡытыусылары Илмира Илфат ҡыҙы Денисламова.
Кескәйҙәрҙе уҡыу йылын уңышлы тамамлауҙары менән ҡотлайбыҙ. Йәйге каникулдарын матур, файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләйбеҙ.
Рәхәтләнеп һыу инерлек ҡояшлы ла, мул уңыш өсөн йылы ямғырлы ла көндәре булһын алдағы йәйҙең.

Э. РӘШИТОВА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: