+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Июнь 2022, 16:55

Бәләкәй генә булһа ла...

Риана исемле һеңлем бар. Ул 2017 йылдың 6 апрелендә донъяға килде. Ауылыбыҙ­ҙың 6-сы балалар баҡсаһына, мәктәпкә әҙерлек буйынса дәрестәргә йөрөй.

Бәләкәй генә булһа ла...
Бәләкәй генә булһа ла...

Математиканан, урыҫ теленән шәп үҙе. Буш ва­ҡытында төрлө ижади кон­курстар­ҙа ҡатнаша. Һеңлемә 5 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, 9 дипломы бар. Шиғыр һөйләргә, рәсемдәр төшөрөргә һәм йырларға бик әүәҫ. Бөйөк Ватан һуғышына ба­ғышланған ҡыҫҡа метражлы фильмда ла уйнап өлгөрҙө. Мин һеңлем менән ғорурланам. Киләсәктә аҡыллы булып үҫеп етеп, яҡшы уҡыуын теләйем.

Азалиә ФАЗДАЛОВА.
Илеш районы,
Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: